Ҡанлы пробиркалар, тотонолған энәләр, биоҡалдыҡтар менән контейнерҙар – бына ошондай «табышҡа» юлыға Нефтекамала йәшәгән кешеләр. Уларҙың әйтеүенсә, аэропорт эргәһендәге карьерҙа бындай сүп өйөмдәре гел була.
Рәсәйҙең СанПин ҡағиҙәләре буйынса, медицина ҡалдыҡтары ябыҡ пакеттарҙа, һәйбәтләп төрөлөп махсус урындарҙа утилләштерелергә тейеш. Бындай категориялы ҡалдыҡтар тирә-яҡ мөхитте бысратыу менән бергә, инфекциялы сирҙәр таратып, кеше һаулығына хәүеф менән янай.
Урындағы халыҡ, социаль селтәрҙәр аша прокуратураға мөрәжәғәт итеп, был әшәкелекте кем ҡылғанын табыуҙы, ғәйеплеләрҙе хөкөм итеүҙе үтенә.
Фото: intsidentneftekamsk