Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2019, 13:09

Сумаҙандағы мәйеткә яҡташыбыҙҙың ҡыҫылышы бармы?

Бынан бер нисә көн элек Мәскәүҙә 24 йәшлек блогер ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә үлтереүҙәре, уның кәүҙәһен сумаҙанға һалып, фатирҙа ҡалдырыуҙары хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне инде.

Бынан бер нисә көн элек Мәскәүҙә 24 йәшлек блогер ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә үлтереүҙәре, уның кәүҙәһен сумаҙанға һалып, фатирҙа ҡалдырыуҙары хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне инде.


Екатерина Карагланова социаль селтәрҙәрҙә бьюти-блог алып барған, күп сәйәхәт иткән, тәьҫораттары менән бүлешкән. Уның шәхси битләүенә меңдәрсә кеше яҙылып, затлы тормошон күҙәтеп барыуҙары мәғлүм.


Кисә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған ирҙе тотҡандар. Асыҡланыуынса, ул 1986 йылда Башҡортостанда тыуған, әлеге ваҡытта Котельники ҡалаһында теркәлгән. Ир үҙен футбол тренеры тип танытһа ла, уның бер ерҙә лә оҙаҡ эшләмәүе, быға тиклем хөкөмгә тарттырылыуы билдәле.


Фото: life.ru
Читайте нас: