Һуңғы ваҡытта банктарҙа урлашыу буйынса ваҡиғалар тураһында хатта яҙып ѳлгѳрѳп булмай. Әле генә “Россельхозбанк”ты талаған Луиза барыбыҙҙы ла шаңҡытҡайны. Уның ваҡиғаһының осона сығып ѳлгѳрмәнеләр, “Открытие” банкы кассиры Лилиә хаҡында мәғлүмәт донъя күрҙе.
Әле иһә “Открытие” банкының Ҡазандағы филиалы кассиры Наталья Степанованы 220 миллион һумды үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр. Ҡатын аҡса урлауҙа ҡатнашыуын таныған, әммә унда тѳркѳм менән эш иткәндәр.
Мәғлүм булыуынса, аҡсаны 2017 йылдың декабренән 2018 йылдың сентябренә тиклем әйләнештән сығарғандар. Тикшереү эше туғыҙ ай бара. 220 миллион һум аҡса етмәгәнен асыҡлағандар. Был эштә банк филиалының экс-директоры Владимир Поляктың да ҡатнашлығы бар тиҙәр. Әле уны эҙләйҙәр.