Ҡалала ғына түгел, хатта ауыл урамдарында ла йөрөүе һуңғы осорҙа ҡурҡыныс һәм хәүефле була бара түгелме? Ярай, эңер төшкән ваҡыт йә ҡараңғы төн булһа, аңлашыла. Уғрылар, яуыз ниәтле кешеләр нәҡ тәүлектең ошондай ваҡытында енәйәт ҡылырға сыға ла инде. Ә бына көпә-көндөҙ кеше талаусыларҙың күбәйеүен нисек аңлатырға?
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында, шөкөр, күп кенә енәйәт эштәре асыҡлана, уғрылар ҡулға алына. Ошо көндәрҙә Өфө полицейскийҙары урамда кеше талаусыны тотҡандар. Полицияға 57 йәшлек Өфө кешеһе ғариза менән мөрәжәғәт итеп, билдәһеҙ әҙәмдең уны талауын әйтә һәм зыян күләменең 18 мең һум тәшкил итеүен белдерә.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә зыян күргән кеше баш ҡаланың Коммунистик урамында ихатаға ингән ерҙә билдәһеҙ кешенең арҡаһына ныҡ ҡына тибеп, ҡулындағы барсеткаһын тартып алып ҡасыуын хәбәр итә.
Видеояҙманы ҡарағандан һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре урамдағы талаусыны асыҡлап, уның ваҡиға урынынан таксиҙа китеүен күрә.
Талаусыны тоталар, уның быға тиклем төрмәлә ултырып сыҡҡан 25 йәшлек Өфө кешеһе булыуы асыҡлана. Уғрыны ҡулға алалар, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.