Өфөнөң Киров районы хакимиәтендәге эш төркөмөнөң тәртип һаҡсылары һәм миграция хеҙмәте менән берлектә законһыҙ сауҙа итеү урындары буйлап сираттағы рейд ойоштороу һөҙөмтәһе ошонан ғибәрәт. Бынын тыш, рөхсәтһеҙ асылған сауҙа нөктәләре хужаларын һәм һатыусыларын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында протоколдар төҙөлдө. Законһыҙ павильондарҙы һүтеү мәсьәләһе хәл ителә.