Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2019, 14:20

Ун тәүлектә айнып сығыр, моғайын

Кисә ҡала уртаһында иҫерек килеш баҫтырыш ойошторған иҫерек ҡыҙҙар тураһында хәбәр иткәйнек, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең Audi-ны юлда аварияға осрағандан һуң ғына туҡтата алғанын яҙғайныҡ.

Кисә ҡала уртаһында иҫерек килеш баҫтырыш ойошторған иҫерек ҡыҙҙар тураһында хәбәр иткәйнек, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең Audi-ны юлда аварияға осрағандан һуң ғына туҡтата алғанын яҙғайныҡ.


Билдәле булыуынса, Өфөнөң бер төркөм гүзәл заттары, төн буйы баш ҡала барҙарының береһендә күңел асҡандан һуң, ҡала урамдарын ҡыҙырырға сыҡҡан. Юлдарында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре хасил булғас, ҡыҙып алған ҡыҙҙар алға елдергән.


Audi-ға Ангелина Ч. исемле 21 йәшлек ҡыҙ идара иткән. Асыҡланыуынса, дыуамал ҡыҙҙың водитель танытмаһы бер ваҡытта ла булмаған. Затлы автомобилде ул быйыл ғинуарҙа һатып алған һәм рөхсәтһеҙ идара иткән.


Ангелинаға 12 протокол төҙөлөүе, уны ун тәүлеккә ҡулға алыуҙары мәғлүм булды.


Фото: vesti.ru
Читайте нас: