Кисә Туймазы ҡалаһы урамдарының береһендә ҡоралланған енәйәтсе көпә-көндөҙ бер шәхси йортҡа инеп, ике бала менән өйҙә ултырған йәш ҡатынға ташланған.
Гөлназ исемле ҡатын ҡулында бысаҡ булған, аҡса талап иткән ирҙе көс-хәл менән ҡыуып сығара алған, шунан һуң туп-тура полицияға йүнәлгән. Үҙенең һәм балаларының ғүмере өсөн хәүефләнгән ҡатын социаль селтәрҙәрҙә лә был хаҡта оран һалған, сөнки ҡораллы енәйәтсе һаман да иректә.
— Бик ҡурҡтыҡ, әлбиттә. Ирем эштә. Ҡораллы енәйәтсе килеп ингәс, ялбара башланым, беҙгә теймәүен үтендем. Балаларҙы йәлләнеме икән, бер аҙ торғас, сығып китте. Быға тиклем ҡапҡа-ишектәрҙе бикләмәй торғайныҡ, хәҙер иһә ихатаға сығырға ла шикләндерә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаның нескәлектәрен асыҡлай. Гөлназ һүрәтләүенсә, енәйәтсегә 30 – 35 йәш тирәһе, ҡуңыр йөҙлө, ҡара сәсле. Күк куртка, ҡара салбар кейгән. Әгәр ошондай кешене күрһәгеҙ, полицияға хәбәр итегеҙ, тип үтенә Туймазы ҡалаһы полицияһы.