Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 20:00

Бер көнлөк “дуҫлыҡ”

Стәрлетамаҡ ҡалаһы тәфтишселәре 18 июлдә өйөнән сығып киткән 34 йәшлек Салауат ҡалаһы кешеһенең ниндәй сәбәптәр арҡаһында һәләк булыу осрағын тикшерә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы тәфтишселәре 18 июлдә өйөнән сығып киткән 34 йәшлек Салауат ҡалаһы кешеһенең ниндәй сәбәптәр арҡаһында һәләк булыу осрағын тикшерә.


Ирҙең үле кәүҙәһе ҡаланың элекке ташландыҡ йәшелсә базаһында 22 июлдә табыла. Үлтерелгән ирҙең шәхесен асыҡлау өсөн уның ҡул бармаҡтарының эҙе алына. Асыҡланыуынса, өйөнән сығып киткән ирҙе 21 июль көнө бер дальнобойщик ултыртып ала һәм дауаханаға оҙата, әммә теге ир шул уҡ көндө дауалау учреждениеһынан ҡаса.


Башҡортостан Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәфтишселәр ирҙең үлемендә урындағы эскеселәрҙең һәм асарбаҡтарҙың ғәйебе бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн тикшереү үткәрергә ҡарар итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында 40 йәшлек ғәйепләнеүсе асыҡлана. Аҙаҡ билдәле булыуынса, Салауат ҡалаһы кешеһе 22 июлдең төнөндә асарбаҡ менән таныша, танышыу хөрмәтенә мул ғына итеп иҫерткес эсемлек эсәләр. Һуңынан был икәү ташландыҡ бинала "дуҫлыҡ"ты дауам итергә була. Тик Салауат кешеһенә ташландыҡ "һарай" күңеленә оҡшамай. Аҙаҡ икәү араһында ғауға ҡубып, һуғышып китәләр. Көрәш барышында бомж бысаҡ сығарып, "дуҫ"ына ташлана, ә теге ир иһә үлемесле йәрәхәттәр ала. Танышының үлеүен һиҙеп, бомж ваҡиға урынын ҡалдыра, бысағын йәшерә.


Быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт ҡылып төрмәлә ултырып сыҡҡан бомжға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аңламаған кеше аңламай инде, күрәһең.


фото news. yan
Читайте нас: