Йәмғиәт
1 Августа 2019, 14:00

Бысаҡ тотҡан да иренә ташланған...

Гүзәл зат вәкилдәре тип һөйләйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта көслө тип һаналған ирҙәргә бысаҡ менән ташлана икән.

Гүзәл зат вәкилдәре тип һөйләйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта көслө тип һаналған ирҙәргә бысаҡ менән ташлана икән.
Ә быға нимә сәбәпсе, тиһегеҙме? Әлбиттә, эскелек. Ул яҡшылыҡҡа килтермәй. Өфө ҡалаһында булған хәл дә ошо һүҙҙәрҙең хаҡ икәнлеген раҫлай.


Ир менән ҡатын спиртлы эсемлектәр эскәндә бәхәсләшеп китә. Бер ваҡыт ҡатын шул тиклем асыулана һәм 54 йәшлек өйҙәшенең ҡорһағын бысаҡ менән сәнскеләй. Ир дауаханаға оҙатылған, ә ҡатынды полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Әле енәйәт эше асылған.


Фото: belnaviny.by
Читайте нас