Күмертау авиация берекмәһе предприятиеһы хеҙмәткәре эш мәлендә ҡолап, иҫтән яҙған һәм баш мейеһен зарарлаған, тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
Эш ваҡытында иргә ҡапыл ҡыйын булып китә, иҫен юғалтып бетон иҙәнгә ҡолай. Завод фельдшеры килгәнсе, хеҙмәттәштәре уға беренсе ярҙам күрһәтә. Шунан зыян күреүсегә ҡала дауаханаһына йүнәлтмә бирелә. Табиптар ирҙең ныҡ итеп башы менән бәрелеүе һөҙөмтәһендә ябыҡ баш мейеһе йәрәхәте алыуын асыҡлай.
Цех хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай хәлгә эш бүлмәһенең эҫе булыуы һәм елләтелмәүе сәбәпсе. Бүлмә ишеге гел ябыҡ торорға тейеш, ә тәҙрәһе бәләкәй генә. “Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге инспекторы эш урынының СанПин талаптарына яуап бирмәүен раҫланы. Тикшереүҙән һуң предприятиеға 240 мең һумлыҡ штраф һалынған.