Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 16:05

Хеҙмәттәре – ижади эш

Өфөлә республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар алды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Өфөлә республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар алды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.


– Барығыҙҙы ла бүләктәрегеҙ менән ҡайнар ҡотлайым, һеҙ уларға үҙегеҙҙең күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ, - тине Радий Фәрит улы.


Наградланыусылар исемлегендә депутаттар ҙа, дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара белгестәре лә, ғалимдар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, предприятие эшселәре лә бар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы –Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов – “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов – Халыҡтар дуҫлығы ордены, Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ә бөтәһе алтмыштан ашыу кешегә Салауат Юлаев ордены, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәре, Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары, башҡа юғары исемдәр бирелде.


Юғары баһаға лайыҡ булғандар исемлегендә журналистика өлкәһендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ булыуы ла ҡыуаныслы. Шулар араһында – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгес-эксперты Неля Ғәйнетдинова һәм “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының видеомонтаж белгесе Айгөл Фазылова ла бар.


– 1988 йылда телевидениела эшләй башлағайным, шул дәүерҙән алып киң мәғлүмәт сараларынан айырылғаным юҡ, – ти “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Неля Шәмсетдин ҡыҙы. – Хәҙер 15 йыл инде дәүләт хеҙмәтендә вазифа башҡарам. Был даирәләге хеҙмәт – ижади эш ул.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.