"Бигерәк сәйер булғанмын, – тип хәтирәләргә бирелә йырсы. – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәнек. Ғәҙәттә, мәрхүмдәрҙе Ленин урамынан зыяратҡа алып баралар. Урамда уйнап йөрөйөммө, мәктәптән ҡайтып киләмме, шул халыҡ ағымына эйәрәм дә китәм. Туғандары, яҡындары илай, уларға ҡушылып мин илайым, шешенеп бөтәм. Юл буйы өйгә илай-илай ҡайтам. Алынсы класта атайым вафат булып ҡалғас ҡына был ғәҙәтемде ташланым. Кәрәкмәгәнгә илап, зыяратҡа йөрөп, атайымдың үлемендә үҙемде ғәйепле тойҙом".