Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 15:01

Луизаның "батырлығы"н ҡабатланы...

Нефтеюганск ҡалаһынан бер ҡатын Башҡортостан "герой"ы Луизаның "батырлығы"н ҡабатлап, тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Аңламаҫһың, был гүзәл заттарҙы, матур ғына эшләп йөрөгән урындан, енәйәтсе булып китәләр. Нимә этәрә һуң беҙҙең ипле ҡатын-ҡыҙҙарҙы, һөйөклө әсәйҙәрҙе ошо насар юлға?

Нефтеюганск ҡалаһынан бер ҡатын Башҡортостан "герой"ы Луизаның "батырлығы"н ҡабатлап, тарихҡа инеп ҡаласаҡ.


Аңламаҫһың, был гүзәл заттарҙы, матур ғына эшләп йөрөгән урындан, енәйәтсе булып китәләр. Нимә этәрә һуң беҙҙең ипле ҡатын-ҡыҙҙарҙы, һөйөклө әсәйҙәрҙе ошо насар юлға?


Нефтеюганск ҡалаһынан банк хеҙмәткәре бер ай буйына өйөнә бокстан валюта "ташый", был ханымға аҡса һаҡланған боксҡа инеү хоҡуғы булған икән. Шулай итеп, гүзәл зат алты миллион һумға яҡын аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалған.


Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк белдереүенсә, Нефтеюганск полицияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан кредит-финанс ойошмаһы хеҙмәткәре ҡулға алынған, уны ҙур күләмдә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр. Асыҡланыуынса, Нефтеюганск ҡалаһы кешеһе банкта кассир-контролер булып эшләп, бер ай эсендә 5,7 миллион һум аҡса урлаған. Ғәйепләнеүсенең аҡса биреү ҡоролмаһына инеү хоҡуғы була, шуға ла ҡайһы саҡ бокста аҡсаның юҡлығын ул техник сәбәптәр арҡаһында сбой булыуы менән аңлата. Әле ҡулға алынған ханымға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара, ул өйҙә һаҡ аҫтында тотола.


Ҡатындың ике балаһы бар, урланған аҡса унда табылмаған. Урындағы киң мәғлүмәт саралары ханымдың урланған аҡсаның күп өлөшөн онлайн-казинола уйнатыуын да белдерә, ул ошо рәүешле урлаған аҡсаны банкҡа ҡайтарырға иҫәп тотҡан. Әммә бәхет уға йылмаймаған, күрәһең...


фото:vademec.ru
Читайте нас: