Дәүләкән районының бер ауылында дүрт йәшлек бала фажиғәле һәләк була.
31 июлдә бесән тейәгән мәлдә арба урынынан ҡуҙғалып китә һәм уның тәгәрмәстәре араһына дүрт йәшлек малай эләгә.
Ваҡиға урынына "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырталар, тик баланы район үҙәк дауаханаһына оҙатҡан мәлдә ул вафат була.