Башҡортостан юлдарында бер тәүлектә ете юл фажиғәһе теркәлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән.
Ишембайҙа 34 йәшлек бер ҡатын Ленин проспектында Mitsubishi Outlander автомобилендә 74 йәшлек инәйҙе бәрҙереп киткән. Водитель һулға боролған, ә оло кеше йәйәүлеләр юлынан үтеп барған. Ауыр йәрәхәтләнгән инәйҙе дауаханаға оҙатҡандар.
Шул уҡ ҡалала Ford Focus и «Лада-Калина» автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 34 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре алған.
Бер тәүлектә ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре республикала 2400 хоҡуҡ боҙоуҙы теркәгән, 23 иҫерек водитель тотолған.