Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 22:30

Күңелебеҙ ҙә аҡ булһын

Йәмле Еҙем буйында һыу инеп, йүгереп уйнап йөрөгән ябай ауыл малайының бер заман табип булып китерен бер кем дә күҙ алдына килтермәй. Әммә бәләкәйҙән сос, теремек, шул ваҡытта үҙенә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй белгән егет күңел түрендә сер итеп йөрөткән хыялына тоғро ҡала.

Ауылдың ҡото, терәге улар.


Йәмле Еҙем буйында һыу инеп, йүгереп уйнап йөрөгән ябай ауыл малайының бер заман табип булып китерен бер кем дә күҙ алдына килтермәй. Әммә бәләкәйҙән сос, теремек, шул ваҡытта үҙенә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй белгән егет күңел түрендә сер итеп йөрөткән хыялына тоғро ҡала.


Юлыҡ ауылында Рәйфә менән Камил Хәсәновтарҙың ғаиләһендә етенсе бала булып үҫкән Рафаэль унынсы класты яҡшы билдәләргә тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тип күп уйлап тормай. Документтарын Башҡортостан Өфө дәүләт медицина институтына тапшыра һәм, имтихандарҙы уңышлы биреп, дауалау бүлегендә уҡый башлай. Икенсе курсты тамамлағас, Архангел өлкәһендә һалдат һурпаһы ла эсеп ала.


Бер йылдан һуң уҡыуын тағы ла дауам итә. Баш ҡалабыҙҙағы 21-се дауаханала интернатура, Салауатта практика үтеү уның өсөн ҙур тәжрибә майҙаны була. Ҡулына диплом алған егеткә ҡалала ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, тыуған яҡ көсө тартҡандыр инде, Ғафуриҙа урын барлығын әйткәс, 1993 йылда Красноусолға үҙәк район дауаханаһына ҡайтып, табип булып эш башлай. Ә бер йылдан Еҙем-Ҡаран ауылына күсә. Бында баш табип булған Фәрит Мәҡсүтов, Марат Вәлиев, Илһам Мозафаров менән бер төптән эшләп, күп һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.


Ошонда үҙ яртыһын да осрата Рафаэль Камил улы. Өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән Нурсилә менән бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, уны белмәгән була. Ул эшкә килгәнсе бер йыл бында хеҙмәт юлы үтергә өлгөргән, эшкә яуаплы ҡараған, бөтә ерҙә тәртип яратҡан шәфҡәт туташы тормошонда ла төп таянысҡа әүерелә. Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы менән 1995 йылда туй үткәреп, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Хәҙер инде оло ҡыҙҙары Диана журналист һөнәрен һайлап, кейәүҙәре Илнур менән Өфө ҡалаһында йәш ярымлыҡ Каролина исемле ҡыҙ үҫтерә. Айҙар атаһының шөғөлөн һайлап, дауалау факультетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй. Быйыл Красноусол башҡорт гимназия-интернатын миҙалға тамамлаған Лиана ҡыҙҙары ла медицина хеҙмәткәре һөнәрен һайламаҡсы. Атай-әсәй өсөн балаларының уңышын күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс.


– Һәр кемдең үҙенә тәғәйен юлы була. Атайым йыш ауырый торғайны, уны дауалайым тигән уй менән бәләкәй саҡтан уҡ доктор булам тип ҡарар иттем. Атайым да, әсәйем дә 1928 йылғы ине, хәҙер мәрхүмдәр инде. Юлыҡ мәктәбендә биологиянан уҡытҡан Сәмиғулла Ишмырҙин ағайға рәхмәт. Беҙҙең курсташтар, бүлмәләш егеттәр дуҫ булдыҡ, әле лә хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ, һорауҙар тыуһа, фекер алышабыҙ. Эшең буйынса белемеңде камиллаштырып, уҡып тороу ҙа кәрәк, – ти Рафаэль Камил улы.

Кеше һаулығы һағында һәр саҡ уяу тороу менән бер рәттән, ауыл ерендә өй һалып, матур донъя көтөп, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, тәрбиәле балалар үҫтергән Рафаэль Камил улының хеҙмәте, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Һәр кем белемле, иғтибарлы, шәфҡәтле табипҡа мөрәжәғәт итергә тырыша бит. Пациенттың һаулығының ғына түгел, хатта ғүмеренең дә туранан-тура уларға бәйләнгәнен ул яҡшы аңлай. “Ауылдағы һәр кемде яҡындан беләһең, шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдары тәҡдим итергә кәрәклеген күреп тораһың. Кәрәк икән хирург, кардиолог, педиатр ҙа булырға тура килә. Ауырыуға медицина ярҙамы күрһәтеү – төп шарт”, – ти ул.


Рафаэль Камил улы, Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулатория­һынан тыш, Сәйетбаба ауылына ла барып, аҙнаһына ике тапҡыр төшкә тиклем ҡабул итеү үткәрә. Ә инде ауырыуҙар таңмы, кисме – ҡасан мөрәжәғәт итә, беренсе ярҙам күрһәтергә ашыға.


Буш ваҡытында баҡса, умарта ҡарап та күңелен сафландыра. Был һөнәр кешеләренең кейеме генә түгел, күңелдәре лә аҡ булыуы мөһим шул. Бала саҡ уйын тормошҡа ашырған ир-егет, тыуған ауылы яғында өй һалып, шунда һыу инеп, еләк ашап, йәнтөйәктән көс алып, кешеләргә ярҙам итеп йәшәргә тигән хыял ҡора. Тыуған еренә, хеҙмәтенә тоғро, рухлы кешеләр үҙ эшен генә биҙәп ҡалмай, ауылдың да ҡото, терәге булып тора.