Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 18:15

Өс сәғәт туҡтамай өрһөн әле...

Ярославлдә йәшәгән ҡатындың хәлен аңларға була. Күрше фатирҙа көнө-төнө эттең өрөүенә түҙә алмай, ул полицияға мөрәжәғәт итә.

Ярославлдә йәшәгән ҡатындың хәлен аңларға була. Күрше фатирҙа көнө-төнө эттең өрөүенә түҙә алмай, ул полицияға мөрәжәғәт итә.


Тәүҙә ул идарасы компанияға ла, полицияға ла барып, хәлде аңлатып ҡарай, әммә эт өрөүен дауам итә. Уның хужалары фатирҙы ҡуртымға алған була. Судта улар эткә тынысландырыусы төймәләр бирәсәкбеҙ, хәҙер тауышланмай тип ышандырырға тырыша. Әммә район комиссияһы бер мәл йән эйәһенең киске сәғәт 11-ҙән төнгө 2-гә тиклем туҡтамай өрөүен дәлилләгән миҫалдар килтерә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы полиция ла раҫлай.


Һөҙөмтәлә фатир хужаһына 200 һумлыҡ штраф һалына һәм тауыштан йонсоған күршеһе файҙаһына ун мең һумлыҡ әхлаҡи компенсация түләтәләр.


Фото: Zen.yandex.ru
Читайте нас: