Был һөнәр теүәллек һәм яуаплылыҡ талап итә.
Ошо көндәрҙә тимер юлсылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Күп тармаҡлы был ойошмала кемдәр генә эшләмәй: локомотив машинистары һәм уларҙың ярҙамсылары, вагон теҙеүселәр, станция буйынса дежурныйҙар, электриктар, элемтәселәр һәм башҡа күп һөнәр эйәләре.
Ят күҙгә еңел күренһә лә, тимер юлда эшләүселәрҙең хеҙмәте – бик яуаплы, ныҡ иғтибар талап иткән һөнәр. Хаталанырға ярамай, сөнки бер станциянан икенсеһенә елдергән поезд составтарын теүәл үҙ ваҡытында ебәрергә һәм ҡаршы алырға, пассажирҙар һәм йөк тейәлгән вагондарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә кәрәк.
Беҙҙең Учалы станцияһында ла ошо тармаҡта эшләгән, үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән коллективта абруй яулаған кешеләр байтаҡ. Һүҙ тимер юлсы Маннаповтар ғаиләһе тураһында.
Рәжәп Маннапов 1951 йылда Учалы районының Өргөн ауылында донъяға килә. Атаһы Мөхәмәтдин менән әсәһе Мәүә “Совет” колхозында эшләп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ябай, киң күңелле, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған ата-әсәһенән бәләкәйҙән үрнәк алып үҫкән, хеҙмәтте һөйөргә, кешелекле булырға өйрәнгән Рәжәп 1966 йылда Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Учалы ҡалаһында яңы ғына асылған һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Унда ике йыл уҡып, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергәс, Мәләүез ҡалаһына практикаға ебәрелә. Унда ағас эшкәртеү комбинатында ишек, тәҙрә яңаҡтары эшләп йөрөгән уңған егет Салауат ҡалаһынан килгән Шәүрә Дәүләтшина менән таныша. Ике йыл бергә практика үткән йәштәр, бер-береһенә ғашиҡ булып, яратышып өйләнешә.
1970 йылда Өргөн ауылына күсеп ҡайталар һәм Учалы ауылында яңы ғына төҙөлә башлаған элеваторға эшкә урынлашалар. Ошо йылдың декабрь айында йәш егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул Яр Саллы ҡалаһында урынлашҡан тимер юл ғәскәрҙәренә эләгә. Шунда таныша ул локомотив һәм вагондар менән. Уларҙы ентекләп өйрәнә, һәр деталде, механизмдарҙы көйләү тәртибен үҙләштерә.
Хеҙмәттән ҡайтҡан егет, оҙаҡ уйлап тормай, Учалы станцияһындағы ПТО-ға, вагондар ремонтлау цехына эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, 39 йылдан ашыу, вагон ремонтлау цехының механик-бригадиры, шулай уҡ станция паркында вагон ҡараусы-ремонтлаусы булып эшләй.
Тимер булһалар ҙа, вагондар ҡарауға, ярҙамға мохтаж. Әлбиттә, уларҙың сафтан сыҡҡандарын ремонтлап, эшкә яраҡлы хәлгә килтереү мөһим. Ошо кәрәкле, изге эште башҡара вагондарҙы ремонтлаусы дүрт бригада эшселәре.
Рәжәп Маннаповтың ҡатыны Шәүрә Минирахман ҡыҙы 1976 йылда шулай уҡ Учалы станцияһына ҡабул итеүсе-тапшырыусы булып эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт итә. Икеһе лә яҡшы хеҙмәт күрһәткестәре, өлгөлө тәртиптәре өсөн Златоуст тимер юл дистанцияһының маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ике йыл эшләгәс, уларға профсоюз комитеты фатир бүлә.
Шул осорҙа Учалы станцияһының етәксеһе булып Зоя Моратшина эшләй. Ул бик өлгөлө, тәртипле коллектив туплауға өлгәшә. Станция эргәһендә асфальт заводы төҙөргә булғастары, Зоя Нурулла ҡыҙы йыйылыш үткәреп, быға ҡаршы сыға һәм Учалы ауылының таҙа, саф һауаһын, тәбиғәтен һаҡлап ҡала.
Шәүрә һәм Рәжәп Маннаповтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Игеҙәктәре Айҙар менән Айгөл 1973 йылда тыуһа, кинйә улдары Айрат 1982 йылда донъяға килә. Тимер юлда эшләгән ата-әсәһенең яуаплы, ауыр хеҙмәтен күреп үҫкән Айҙар улдары ла, ғаилә династияһын дауам итеп, Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Учалы станцияһына эшкә урынлаша. Тимер юл техникумын уңышлы тамамлаған егет әле Шартымка станцияһында дежурный вазифаһын башҡара.
Ҡыҙҙары Айгөл Силәбе ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй, ашнаҡсы булып эшләй. Бәләкәйҙән спортҡа ғашиҡ Айрат улдары Краснодар ҡалаһының футбол командаһында табип булып эшләй.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Маннаповтар ғаиләһе әүҙем тормош алып бара: Рәжәп ағай балыҡ тотоу менән шөғөлләнә, Шәүрә еңгә ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаһында төрлө еләк-емеш, күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскә үҫтерә. Шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән осрашып, уларҙың бәхетенә ҡыуанып йәшәйҙәр.