"Росстат" мәғлүмәттәре буйынса, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң күп сабый Башҡортостанда донъяға килгән.
Быйыл биш айҙа республикала 17 мең 421 бала тыуған. Дөрөҫ, былтырғы йыл менән сағыштырғанда тыуым кәмегән. 2018 йылда ошо ваҡыт арауығында 19 мең 341 сабый донъяға килгән.
Икенсе урынды Татарстан биләгән (17 мең 239), унан һуң Һамар өлкәһе (11 мең 954 ) килә. Иң аҙ тыуым Мордва - (2 мең 421) һәм Мари Иле (2 мең 721) республикаларында.