Алдағы аҙнала баш ҡаланың дүрт районында, ремонт эштәре менән бәйле, һыу биреү туҡтатыла. Ҡайһы бер йорттарҙа һалҡын һыу буласаҡ әле, ә бына һалҡыны ла, ҡайнары ла булмаған фатир хужаларына биҙрәләрҙе тултырып, әҙерләп ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
Дим районында айҙың етеһендә, Калинин районында - 5 һәм 7, Октябрьский районында - 6,8,9, Совет районында 7 августа ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыла. Ҡайһы йорттарға ҡағылғанын ҡала хакимиәте сайтынан ҡарарға мөмкин.