Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2019, 13:24

Нимә булған Иҙәктә?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 июлдә йылғала күпләп балыҡ үлеүе тураһында хәбәр таралғайны.

Фото: news 102
Фото: news 102
Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында экологик хәл нормалләшә, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлгән эшсе төркөмдө Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 июлдә йылғала күпләп балыҡ үлеүе тураһында хәбәр таралғайны. Сәбәпсеһе «Полиэф» заводы булыуы асыҡланды. Йылғаға химик матдәләр ағыҙылыуы арҡаһында кислородтың кәмеүе күҙәтелгән һәм был балыҡтарҙың күпләп үлеүенә килтергән. Бәхеткә күрә, ағыулы матдәләр ағымдан өҫтәрәк ятҡан һыу алғысҡа барып етешмәгән, эсәр һыу таҙа, тип белдерә белгестәр.
Әле йылғаға химик матдәләр ағыҙылыуы туҡтатылған. Благовещен халҡын тынысландырабыҙ, эсәр һыу таҙа, хәүефләнергә урын юҡ. Һыу сифатына мониторинг үткәрелә, анализдар нормаға ярашлы. Иҙәк яйлап тын ала, таҙара бара, кислород күләме арта, унда селбәрәләр йөҙә.
Читайте нас: