Башҡортостан
-8 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
3 Август 2019, 19:38
Радик Юлъяҡшин ҡолаҡтан ҡалған...
Ах, был Радик Юлъяҡшин! Аптыратаһың бит халыҡты! Ҡурҡытаһың!
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Ах, был Радик Юлъяҡшин! Аптыратаһың бит халыҡты! Ҡурҡытаһың! Әле иҫерек, тиҙәр. Икенсеһе әллә кем менән ғаилә ҡорорға теләүеңде белә алмай йонсой. Әле бына "Интертат" сайты яҡташыбыҙҙы ҡолаҡтан ҡалған тип яҙа.
Мәғлүм булыуынса, йырсы хаҡында "10 йыл буйы ынтылған хыял" тигән документаль фильм сыҡҡан. Унда Радик акустик травманан һуң элекке һымаҡ ишетмәйем, тигән. Хәбәрсенең ошо хаҡта ҡыҙыҡһыныуына ул: "Бөгөн мин нисектер травма менән эшләргә өйрәндем. Нимә эшләй алам һуң инде мин? Аллаһы Тәғәлә башҡа биреп алды", - тигән.
Артабан йондоҙ ҡолағының бер ҡасан да төҙәлмәҫен әйтә. "Нервы күҙәнәктәренә зыян килгән. Төҙәлә алғандары төҙәлде. Минең ҡолаҡта гел ниндәйҙер сыйылдау тауышы сыңлап тик тора. Шуға ла тыныс урында, телевизор эшләмәгәндә, тауыш булмағанда, музыка уйнамағанда аҡылдан яҙам. Ҡолаҡта гел нимәлер сәрелдәп тора. Шуға күрә мин йоҡларға ятҡанда йә музыка тыңлап, йә телевизор ҡарап ятам", - ти Радик Юлъяҡшин.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.