Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 04:35

102 йәшлек әбейме? Кейәүме?

Бер быуаттан ашыу ғүмер йәшәлһә лә, тынысланырға һис форсаты юҡ әбейҙең...

Бер быуаттан ашыу ғүмер йәшәлһә лә, тынысланырға һис форсаты юҡ Һарытау өлкәһендә йәшәгән әбейҙең. Фатир мәсьәләһе кемдең генә яҙмышын боҙмаған да, кемде генә суд юлынан йөрөтмәгән!


102 йәшлек әбей ҙә бынан дүрт йыл элек кейәүенә бүләк иткән фатирын үҙенә кире алыу өсөн ҡыр талаша, адвокат яллап, ул саҡта уйламай эшләгән аҙымын күҙе насар күргәнлегенә, уйлау ҡеүәһе боҙолоуына япһармаҡсы.


Ә фатирҙы кейәүе ҡыҙына күптән бүләк итеп өлгөргән. Баҡһаң,әбейҙең ҡыҙы вафат булып ҡалғас, уның олоғайып барған улы барлығы иҫенә төшкән, ниңә милекте ят ҡулдарға тапшырырға? Был көрәштә кем еңер, әйтеүе ауыр.
Читайте нас: