Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 20:58

Гөлназ Асаева егетен күрһәтте

"Шундай рәхәт ял иттек кисә", — тип яҙған йырсы Гөлназ Асаева һәм егетенең фотоһын да ҡуйған.

Гөлназ Асаева Ҡазанда сәйәхәттә йөрөй. "Шундай рәхәт ял иттек кисә", — тип яҙған йырсы инстаграмдағы сәхифәһендә.
Шунда уҡ бер егет менән төшкән фотоһын да ҡуйған, әммә уның йөҙөн йөрәк һүрәте менән ҡаплаған.
Ә халыҡты, Гөлназдан бигерәк, йөҙө ҡаплаулы егеттең исем-шәрифе ҡыҙыҡһындыра. "Был уның егетелер, күрһәткеһе килмәйҙер", — тип яҙған берәү. Икенселәр “был кеше атаһы Рөстәм Асаевтыр” тип шикләнә: "Буй-һыны Рөстәм Асаевтыҡына оҡшаған", "Атаһы инде, интрига тыуҙыра".
Ҡайһы берәүҙәр хатта “был егет Радик Юлъяҡшиндыр” тип фаразлаған. Уға яуап итеп: "Радик түгел, боттары тубыҡтарына ҡәҙәр терәлешеп тора", — тип яҙған.
"Мин уны егете менән күрҙем. Бик матур пар. Кем булыуына ҡарамаҫтан, бәхет насип итһен уларға", — тип теләгән дуҫтары.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: