Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 16:00

Хәлде йәшерергә маташыусылар язаға тарттырыласаҡ

Бәләне йәшереп ҡалдырырға маташҡанчиновниктарҙы яза көтә.

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, «Полиэф»тың тәбиғәткә зыян килтереүе, Иҙәкте химик матдәләр менән бысратыуы билдәле булды. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде.
Әле Иҙәктең Ҡариҙелгә (Уфимкаға) ҡойған ерендә, Өфө һыу үткәргесе өсөн һыу алған урында һыу һәм тупраҡ сифатына мониторинг үткәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был участкаға зарарлы матдәләр эләкмәгән.

Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы әле ошо ваҡиға менән бәйле тикшереү эштәре алып бара. Республика етәксеһе белдереүенсә, бәләне йәшереп ҡалдырырға маташҡан чиновниктар тейешле язаны аласаҡ.
М. Окунев фотоһы.
Читайте нас: