Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 16:45

Иҙәктә ваҡ балыҡтар күренә

Урындағы халыҡтың әйтеүенсә, һыуҙа ваҡ балыҡтар күренә башлаған.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, тупраҡ анализдары киләһе аҙна башында билдәле буласаҡ. Әммә әле лә бысранған грунтты утилләштереү кәрәклеге асыҡ. Был эште, ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса сығымдарҙы предприятие үҙ өҫтөнә алды.
”Полиэф”тың генераль директоры М. Юрин әйтеүенсә, был участканы ҡойма ямғырҙар йыуып төшөрмәһен өсөн, бысратылған тупраҡты йыйып, утилләштереү талап ителә.


“Был ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау буйынса зске тикшереү эштәрен ойошторғанбыҙ”, - тине предприятие етәксеһе.
Әле йылғалағы һыу составы нормалләшкән, кислород концентрацияһы артҡан. Урындағы халыҡтың әйтеүенсә, һыуҙа ваҡ балыҡтар күренә башлаған.
М. Окунев фотоһы.
Читайте нас: