Социаль селтәрҙәрҙә тағы бер «йондоҙ» ҡабынды, уныһы – Брянскиҙан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк әйтеүенсә, әле был ҡатындың башҡа хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ҡатнашлығы тикшерелә.
Һүҙ директорҙың ваҡлап һатыу бизнесы буйынса урынбаҫарының, клиентты алдап, уның банктағы шәхси иҫәбенә инеп, ун миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлауы хаҡында бара. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
Быға тиклем Өфөләге «Открытие» банкында, унан алдараҡ «Россельхозбанк»тың Салауат ҡалаһындағы бүлегендә булған хәл ғәм халыҡты аптырашта ҡалдырғайны. Луизаның «сире» бик йоғошло булып сыҡты, мут әҙәмдәрҙән һаҡланығыҙ!