Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 13:25

Мәскәү — Себер урманы түгел…

Мәскәүҙәргә хәүеф янай.

Матбуғатта Көнсығыш Себер урмандарында янғын ялмаған майҙандың бер миллион гектарҙан ашыуы тураһында хәбәр итәләр.

Бөгөн иртән Мәскәү үҙәгендә лә ҙур янғын сыҡты. Тәүҙә ул ике мең квадрат метр майҙанда бара ине, тора-бара биш мең квадрат метрға етте. Әле баш ҡалала шул утҡа ҡаршы көрәш бара. Янғын һүндереүгә 17 берәмек техника һәм 80 кеше, хатта авиатехника йәлеп ителгән.

Мәскәү үҙәгендә биналар бик тығыҙ урынлашҡан, шуға күрә янғын һүндереүселәр уттың таралмауын булдырмаҫҡа тырыша.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сайтынан.