Индонезияның Мадура утрауында йәшәүсе халыҡ ҡына, ҡыҙыҡ күреп, ошондай ғибрәтле аҙымға бара алалыр…
Июль аҙағында 38 йәшлек Роби Анджала вафат була. Васыятнамәһендә “үҙен дин әһеле Мөхәммәт эргәһенә ерләүҙе” үтенгән ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатырға тотош ауыл килә.
Фермерҙар эшен ташлай, үҫентеләргә һыу һибелмәй. Тәүгеләрҙән булып алдашыуҙы Мөхәмәттең улы һиҙеп ҡала. Үлеүенә инде дүрт көн, ә мәйеттең тәне шул көйө, тип шикләнә ул.
Ирҙең аяғын кемдер ҡытыҡлап ҡарарға була. «Мәйет» шунда уҡ терелә лә китә.
Уның был мутлығы ауылдаштарын сығырынан-сығара, Роби ғына үҙ ҡылығын аңлата алмай.