Башҡортостан Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса республика программаһын тәҡдим итеүе бик урынлы һәм ваҡытлы булды.
Радий Фәрит улының матур башланғысын тотош республика халҡы, шул иҫәптән хәйбуллалар ҙа хуплап ҡаршы алды.
Хәйбулла районында бөтәһе 19 подъезды ремонтлау ҡаралған. Әле эштең тәүге этабы тамамланған. Уға ярашлы, Аҡъярҙағы күп ҡатлы биш йорттоң 10 подъезы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Бер подъездың ремонт эштәренә бөтәһе 129 мең һум аҡса бүленгән.
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ мәҡәле лә. Йорттар тыштан да, эстән балҡып торорға, унда йәшәүселәр матурлыҡты һәм таҙалыҡты һаҡларға, күркәмлек булдырыуҙа ярҙам итергә лә бурыслы. Шул сағында ғына йәшәгән еребеҙ матур, бөхтә, таҙа буласаҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.