Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 13:56

Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек нисек бара?

Ошо ауыл егете Рим Солтанов үҙ аҡсаһына бура һатып алып һалдырған.

Архангел районының Тәүәкәс ауылында мәсет бар. Халыҡ унда барып, дини йолалар атҡара, намаҙ уҡый, вәғәздәр тыңлай.
Ошо ауыл егете Рим Солтанов үҙе бураһын һатып алып һалдырған был иман йортон. 2009 йылдың ноябрендә мәсет ишектәрен асҡан.

Ҡорбан ғәйете алдынан Рим ағай тағы ла бер изге эшкә тотонған. Һәр дини ғәмәлде шартына килтереп, Ҡорбан салыу урындары әҙерләй улар. Уға был эшендә ауылдаштары - иретеп йәбештереүсе, мәсеттең хәҙрәте Рәфис Сәғәҙәтов, мәсетте ҡараусы Фәтҡулла ағай, Марат менән Ғәлимйән Сәйфетдиновтар, йәш егеттәр Азамат Сәғәҙәтов, Урал Хызыров ярҙам итә.

Мәсеттең үҙенә килгәндә, ул бөхтә итеп йыйыштырылған. Рим ағайҙың ҡатыны Гүзәл апай бинаны тәртипкә килтереп тора. Унда газ да, һыу ҙа үткәрелгән.
·
"Иман йорто һалдырып, Аллаһы Тәғәләне, халыҡты ҡыуандырғандарҙы мәңгелектә мәсет һалып ҡаршы алырҙар!" - тиелә хәҙистәрҙең береһендә.
·
Ҡорбан ғәйете алдынан мәсеттә йолаға ярашлы уңайлы шарттар тыуҙырған милләттәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын!

Урал Зөлҡәрнәев фотоһы.

Читайте нас: