Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 15:32

Яҙырыңдан алда… башың менән уйла!

Егет үҙенең ғәйебен һәм хаталы юлда булыуын тулыһынса таныған.

Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе 29 йәшлек Айҙар Г., экстремизмда ғәйепләнеп, 1, 5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.


Ул интернетта "Ә һин үҙеңдең ҡалаңда ФСБ-ны яндырҙыңмы?” тигән яҙыуҙар таратҡан.


Егет үҙенең ғәйебен һәм хаталы юлда булыуын тулыһынса таныған. Ысынлап та, ул органдарҙы яндырырға өндәүен раҫлаған.


Йөкмәткеһенә тикшереү үткәргәндән һуң, бындай яҙыуҙар террорлыҡҡа өндәй, тигән һығымта яһалған. Шулай уҡ хөкөм ҡарары ғәмәлдә булған осорҙа енәйәтсе егеткә социаль селтәрҙәрҙә сайттар ойоштороу ҙа тыйылған.


Фото: zen.yandex.ru