Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 16:00

Елена Малышева рак менән көрәшә

Рәсәй телевидениеһында сәләмәтлек буйынса тапшырыуҙар алып барған Елена Малышеваны белмәгән кеше юҡтыр. Уның һөйләүенсә, өс йыл элек унда яман шеш тапҡандар.

Рәсәй телевидениеһында сәләмәтлек буйынса тапшырыуҙар алып барған Елена Малышеваны белмәгән кеше юҡтыр. Уның һөйләүенсә, өс йыл элек унда яман шеш тапҡандар.
Әле лә ул сәләмәтлеге өсөн көрәшә, үҙ тәжрибәһенән сығып, кәңәштәр бирә.


“Бынан өс йыл элек мине бер тәжрибәле доктор яман шештән ҡотҡарҙы, – ти ул. – Йыуан эсәктәге шешкә әүерелә барған полипты колоноскопия мәлендә ҡырҡып алдылар. Шунан алып, йылына бер тапҡыр мотлаҡ колоноскопия процедураһын үтәм. 50 йәштән һуң уны һәр кемгә үтергә кәңәш итәм. Яман шеш үҙен белгертмәй, шуға күрә тикшерелеп торорға кәрәк”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Ә беҙ ҡайһы саҡ диспансерлаштырыу үтергә лә ялҡауланабыҙ.


Фото: ТАСС
Читайте нас: