Өфө егете Денис Аода – төҙөлөш краны машинисы. Ғүмеренең күп өлөшө болоттарҙан бейегерәк ерҙә үтә, эш урынына 10-15 минут күтәрелергә кәрәк. 12 сәғәт буйына ҡаланы йөҙ метр бейеклектән күҙәтеп, уның матурлығына һоҡланыуын белдереп, иҫ киткес, тетрәндерерлек фотолар эшләй.
– Һөнәремә романтика хас, – ти ул. Бейеклектән көн дә күргән гүзәллек һис ялыҡтырмай. Айырыуса ҡала үҙәгендә, кискеһен уттар ҡабынғас эшләгәндә матурлыҡ күҙҙе ҡамаштыра. Ә Өфөнө томан ҡаплағанда үҙеңде болоттарҙан да юғарыраҡ тойоу күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғолар тыуҙыра, – ти Денис. Ғөмүмән, 25 йәшлек егет бәләкәйҙән ижадҡа тартылып үҫә, һүрәт төшөрөү, гитарала уйнау менән шөғөлләнә. Мәҙәниәт колледжын тамамлаһа ла, һөнәре буйынса эш таба алмай. Бер саҡ автобуста барғанында Совет осоронан ҡалған иҫке бейек кранды күреп, “бына шунда эшләргә кәрәк!” тигән уйға килә.
Әлегә ғаиләһе Ырымбурҙа булғас, йыш ҡына унда ҡайтырға тура килеүенә ҡарамаҫтан, күңелен юғарылыҡтан күҙәткән баш ҡала матурлығы үҙенә тарта ла тора.