Ике бәләкәс улын ташлап, “мин бала ҡарап арыным, башҡа ҡалаға китәм, яңы тормош башлайым” тигән яҙма ҡалдырып ҡасып киткән 21 йәшлек әсәйҙе эҙләүҙәре хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Баҡһаң, көнкүреш мәшәҡәттәренән йонсоған һылыуҡай тыуған Санкт-Петербург ҡалаһынан бер ҡайҙа ла китмәгән, ошо көндәр эсендә ҡала ҡыҙырған, хостелдарҙа йоҡлаған. Ҡыҫҡаһы, ял иткән. Ул арала моңһоҙ әсәйҙе эҙләп, ире лә, ҡатындың әсәһе лә ниндәй генә уйҙарға төшмәгән, хәлдән тайған.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатындан ваҡиғаның үҙенсәлектәрен асыҡлай. Ул һаман да “балаларҙан арыным, уларҙы ҡарағым килмәй” тип бара, шул уҡ ваҡытта, өс һәм 1,5 йәшлек улдарын уллыҡҡа биреүгә ҡырҡа ҡаршы, имеш. Нисек кенә булмаһын, был хәл менән социаль опека хеҙмәткәрҙәре лә ҡыҙыҡһына.
Психологтар иһә, ҡатындың таяныр кешеһе булмаған, ул көндәлек ығы-зығы, мәшәҡәттәрҙән арыған һәм шундай аҙымға барған, тип бара.