Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 21:30

Салауатта икән ул ысын хужалар!..

Ошо ҡалала тикшереү үткәреүселәр беренсе подъезға инеү менән таң ҡалды: стеналар күҙҙең яуын алырлыҡ итеп биҙәлгәйне.

Ошо ҡалала тикшереү үткәреүселәр беренсе подъезға инеү менән таң ҡалды: стеналар күҙҙең яуын алырлыҡ итеп биҙәлгәйне.
Күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһының үтәлешен тикшергән комиссия был эштең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт ҡалды.


Тикшереүгә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының Сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, экология мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Анатолий Дубовский етәкселек итә.


– Был – һирәк осраған күренеш: йортта йәшәгән халыҡ ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырмай, ә үҙен ысын хужа итеп тоя, – тине А. Дубовский ҡаланың Космонавтар урамындағы 34-се һәм 36-сы, Калинин урамындағы 33-сө һәм 39-сы йорттарҙың подъезын ҡарағандан һуң.


Фото: ufa.bezformata.com
Читайте нас в