Март айында юғалған 22 йәшлек Баймаҡ районы егетен эҙләү тамамланды. Асыҡланыуынса, 2 марттан Радамир Ярҡынбаев туғандары менән бәйләнешкә сыҡмаған.
Үкенескә ҡаршы, биш айҙан һуң егеттең үле кәүҙәһе Баймаҡ ҡалаһынан өс километр алыҫлыҡта табылған.
Юғалған Радамирҙы эҙләүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр әүҙемлек күрһәткән. Әле район тәфтишселәре был аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү эшен башлаған.