Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 14:00

Һаҡ булығыҙ!

Республикала йәнлектәрҙең кешеләргә күпләп ташланыуы күҙәтелә.

Республикала йәнлектәрҙең кешеләргә күпләп ташланыуы күҙәтелә.


Йыл башынан ошондай 5723 осраҡ теркәлгән, уларҙың 1851-е – 17 йәшкә тиклемге балалар. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр был һан 8 процентҡа кәмерәк булған.


Бәхеткә күрә, үрҙә әйтелгән осраҡтарҙа йәнлектәрҙең ҡотороу ауырыуы менән сирләү осраҡтары әлегә теркәлмәгән. Ә бынан алты йыл элек сирле төлкө кешеләргә “бәйләнеп” йонсотҡайны.


Ветеринар хеҙмәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ярты йылда республиканың халыҡ йәшәгән 11 урында ҡотороу сиренең эпизоотик сығанағы теркәлгән. Төлкөләрҙең ҡотороу осрағы Шаран, Дыуан, Борай, һеләүһендәрҙең – Баҡалы, Бүздәк, бурһыҡтарҙың – Өфө, Бишбүләк, һыйыр-үгеҙ малдарынан Миәкә һәм Учалы райондарында күҙәтелгән.


Фото: 1zoom.ru
Читайте нас: