Красноярск крайының Ача районындағы хәрби часта көслө шартлау булған, ошо хәлгә бәйле әле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Билдәле булыуынса, 5 августа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Үҙәк хәрби округының Матди-техник тәьмин итеү үҙәгенең бер келәтендә артиллерия хәрби припастарының дары заряды һаҡламы янып киткән. Утилләштереү буйынса ике майҙанда ут тоҡанған, уларҙа 25 мең самаһы хәрби припас булған.
Шартлауҙан хасил булған көслө тулҡын йорттарҙың тәҙрәләрен ватҡан, ярсыҡтары хәрби машиналарға зыян килтергән. Снарядтарҙың ярсыҡтары 15 километрға тиклем осҡан. Ут хәрби частың янғын һүндереү техникаһын да эшлектән сығарған.
Шартлауҙан туғыҙ кеше зыян күргән, шул иҫәптән дүрт хәрби. Ҡайһы бер сығанаҡтар бер кеше һәләк булған тигән мәғлүмәт таратты, әммә хәрбиҙәр был хәбәрҙе кире ҡаҡты.
Һаҡламдан 20 километр радиуста халыҡты эвакуациялайҙар. Кешеләр үҙ теләге менән дә йорттарынан китә, сөнки әле лә шартлауҙарҙың ҡабатланыу хәүефе бар.