Йәй - ял мәле, һәм уны һәр кем үҙенсә уҙғара: кемдер тыуған яғына ҡайтып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауыл мәшәҡәттәренә сумһа, кемдер офоҡ киңәйтә, бығаса күрмәгән ер-һыу яулай.
Сығышы менән Әбйәлил районынан, Өфөлә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлнур Ғаззалованы ла күптәнге хыялы Ҡаҙағстанға илткән.
Поезд романтикаһы, яңы таныштар, оҙон юл... Ошондай мажараларҙан башланып киткән сәфәр Алматыла дауам итә.
Быларҙың барыһын да Гөлнур Instagram селтәрендәге микроблогына яҙып бара:
“Вокзалдан ҡалаға сығыуым булды, миңә аҡсарлаҡтар ябырылды. Бындағы таксисттарҙы шулай атар инем. Ике сәғәт элек урын белешеп ҡуйған хостелда һыуҙы һүндергәндәр булып сыҡты. Ике шылтыратыу, ике саҡрым һәм бер квартал буйлап алты тапҡыр урап сығыуҙан һуң икенсе хостел таптым. “Хаҡы 1200” – тинеләр. “Тәәәк” , – тип уйлағанымса, уларҙың тинге икәнен аңланым. Беҙҙеңсә 200 һум була!”
Артабан сәфәре Гөлнурҙы ҡала зоопаркына илтә. Ҡыҙҙың күҙәтеүҙәре буйынса, бындағы парктар АҠШ-тағы Нью Йорк ҡалаһының Үҙәк паркын хәтерләтә, матурлығы, ҙурлығы, текәлеге менән бер ҙә ҡайтыш түгел.
Бер урында тик ултырырға, йәки бер генә ҡала буйлап йөрөргә яратмаған ҡыҙ Чарын каньонында, ҙур Алматы күлендә була. Бейек тауҙарҙан ҡар һыуҙары ағып төшөү сәбәпле яралған күл һушты алырлыҡ матур. Чарын каньоны хаҡында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер, фотоларға ҡарау ҙа етә.
Әлеге ваҡытта Гөлнур оҙайлы юлдан имен-аман ҡайтып етеп, Instagram-дағы сәхифәһендә сәйәхәттән алынған тәьҫораттары менән бүлешә.
Ә һеҙҙең йәй нисек үтә дуҫтар? Офоҡ артында нимә барын күрергә теләк хыял ғына булып ҡаламы, әллә һеҙҙең өсөн сиктәр бөтөнләй юҡмы?