Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 12:45

“Бынан бер ҡасан да сыға алмам, тип уйланым”.

Фалиж һуҡҡан ҡатын бер аҙна буйы автомобилдә бикле торған.

Фалиж һуҡҡан ҡатын бер аҙна буйы автомобилдә бикле торған.


45 йәшлек ҡатын әйтеүенсә, һыуһыҙ һәм ризыҡһыҙ тере ҡалырға уға балалары тураһында уйҙар ғына ярҙам иткән.


Эш былай булған. Бельгияла йәшәүсе Мари-Корин Бастид (Marie-Corine Bastide) Сен-Жорж ҡалаһынан автомобилгә ултырып юлға сыҡҡан. Юлда китеп барышлай, машинаға идараны юғалтып, канауға төшөп киткән. Көслө бәрелеү арҡаһында уның умыртҡа һөйәгенә зыян килгән һәм ҡатын хәрәкәтһеҙ ҡалған. Беренсе көндә уның телефоны туҡтауһыҙ шылтыраған, әммә ҡатын яҡындарына яуап бирә алмаған. Аҙаҡ иһә аппараттың батареяһы ултырған. 45 йәшлек ҡатынға алты көндө һәм төндө ҡара урманда хәрәкәтһеҙ үткәрергә тура килгән.


Бәхетһеҙ ҡатын ватылған быяла ярсыҡтарында ятҡан, ваҡыты-ваҡыты менән иҫен юғалтҡан. Ҡайһы саҡта яҡын тирәлә кеше тауыштарын ишетеп, саҡырырға маташҡан, әммә бушҡа ғына.


Бына шулай бер нисә көн үткән. Аяғы менән тибеп, Корин машинаның ишеге асыуға өлгәшкән. Ямғыр яуып ебәргәс, быны ҡотҡарыу тип ҡабул иткән, сөнки эҫе көндә ул сарсауҙан һәләк булыр ине. Яҡындағы ботаҡты имеп, асығыуын баҫҡан.


Инде ваҡыт иҫәбен юғалттым тигәндә, быяла ярсыҡтарына ҡырҡылып, туңып бөткән ҡатын:

– Һин Коринмы? – тигән тауыш ишеткән...


Баҡһаң, был көндәр эсендә уны бар донъя менән эҙләгәндәр, улы Бастид барыһын да аяҡҡа баҫтырған. Ә Коринды тапҡан ҡатын урмандан үтеп барғанда машинаны күреп, туҡтарға булған икән. Ул “ашығыс ярҙам” саҡырған.


Әле Корин дауаханала, уның эргәһенән яҡындары китмәй.


– Һауығып сыҡҡас, мотлаҡ Парижға барам, – тип хыяллана ҡот осҡос көндәр кисергән ҡатын, – Баҡһаң, хыялдарҙы кисектерергә ярамай икән...


Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас: