Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 14:45

Эсәр һыуҙың сифатын тикшерегеҙ

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ белгестәре шәхси скважиналарҙағы һәм ҡоҙоҡтарҙағы һыуҙың сифатын йылына кәмендә бер тапҡыр тикшереү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ белгестәре шәхси скважиналарҙағы һәм ҡоҙоҡтарҙағы һыуҙың сифатын йылына кәмендә бер тапҡыр тикшереү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.


Эксперттар белдереүенсә, һыуҙың составы ҡоролоҡ йәки ташҡын кеүек тәбиғи сәбәптәр, шулай уҡ кешенең ғәйебе менән дә үҙгәреүе ихтимал. Ашламалар һаҡлағыстан йәки сүп-сар түгә торған соҡорҙарҙан ағыулы матдәләр, бысраҡ сәнәғәт һыуҙары, химик ҡалдыҡтар тупраҡҡа үтеп инеп, һыуҙы ла ағыулауы мөмкин.


Эсәр һыуҙы лабораторияға тапшырыу фарыз. Ашарға бешереү өсөн ҡулланылған һыуҙы 15-20 күрһәткес буйынса баһалайҙар.


– Тулы анализ органолептик, химик һәм микробиологик күрһәткестәрҙе үҙ эсенә ала. Бындай тикшеренеүҙәрҙе үҙаллы үткәреп булмай, мотлаҡ лабораторияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Таҙа күренгән һыуҙа ла зарарлы матдәләр булыуы ихтимал, – тине белгестәр.