Сарала илдең 15 төбәгенән ҡатнашыусылар физик әҙерлек буйынса нормативтарҙы, гражданлыҡ оборонаһын белеүгә имтихандарҙы, тактик, медицина һәм психологик әҙерлек, хеҙмәтте һаҡлау, һәләкәттәрҙән ҡотҡарыуға әҙерлек буйынса көс һынашҡан. Улар шулай уҡ янғын һүндереүгә оҫталығын һынаған.