1 августа, ялға сығыу айҡанлы, ир менән ҡатын спиртлы эсемлектәр эскән. Көслө зат вәкиле тиҙ генә йоҡоға талған, ә ҡатын икенсе танышына киткән. Әммә ҡунаҡҡа килгәс, һуҡмыш булғас, тиҙ генә әүен баҙарына киткән. Аҙаҡ йоҡонан уянған ир, шешәләшенең башҡа кешенең йортонда йоҡлауын күргәс, асыуланған, ҡатынды туҡмай башлаған. Һөҙөмтәлә башы, тәне йәрәхәтләнгән ҡатын йән биргән. Ә уның “һөйгән йәре” енәйәт урынынан ҡасҡан.