Севастополдә һыуға батҡан ҡыҙҙарҙы асыҡлағандар.
Улар кикбоксинг буйынса донъя чемпиондары Фатима Джакубова менән Элина Гисмеева. Ошо хаҡтағы мәғлүмәтте Рәсәйҙең Кикбоксинг федерацияһы президенты Вадим Украинцев хәбәр итте. "Был беҙҙең өсөн оло ҡайғы, ҡыҙҙар – кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһының төп көсө", – тип белдерә етәксе.
Шәмбе көнө Севастополдә команданың күнекмәләре тамамланып, спортсыларҙың ҡалған төркөмө йәкшәмбелә ҡайтырға сығырға тейеш булған. Джакубова һәм Гисмеева аэропортҡа китер алдынан яр буйлап йөрөп килергә була. Һуңғы тапҡыр уларҙы фажиғәнән ярты сәғәт алда күргәндәр.
Фатима Джакубова халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ете йыл йыйылма командала сығыш яһаған. Уның улы етем ҡалған. Элина Гисмеева атҡаҙанған спорт мастеры. Ул иһә ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ.
Әле фажиғә урынына ата-әсәләре килергә сыҡҡан.
Фото: Элина Гисмееваның "Бәйләнештә" социаль селтәренән.