Урал аръяғы халҡы бәхетенә 1936 йылда Ырымбурҙан Баймаҡ районының Темәс ауылына педагогия техникумы күсерелә. Директоры, Нуриман районынан сыҡҡан Әсҡәт Ғәлимов, бик кешелекле, изге күңелле була. Ырымбурҙан ҡайһы бер уҡытыусылар ҙа бергә килә. Бер нисә йылдан һуң уҡыу йорто дүрт йыллыҡҡа күсерелә һәм педагогия училищеһы тип атала башлай.
Училищеның абруйы бик юғары була, сөнки уны тамамлаусылар йәмғиәт тормошоноң бөтә тармаҡтарында ла эшләй ала, юғары уҡыу йорттарына күмәкләп барып инеп китәләр. Педучилищеһы бар саҡта Темәс тә гөрләп тора торғайны. Ә иң һәйбәте шул булды: һуғыш аҙағынан фәҡир ҡалған ғаиләләр, башлыса әсәйҙәр, балаларын алыҫҡа уҡырға ебәрә алмайҙар ине; шуға өй өҫтө уҡыу, әлбиттә, уңайлы булған. Уҡыусылар (бахырҡайҙар) Баймаҡ районы ауылдарына, Әбйәлилгә, Йылайырға, Бөрйәнгә йәйәү ҡайтып йөрөнөләр. Күгәрсендән килгән уҡыусылар, йәйге каникулға ла ҡайта алмай, училищеның баҡсаһында эшләп ҡалғылай торғайнылар.
Бына ошондай ауыр йылдарҙың береһендә, 1954 йылда, Баймаҡ районында киң билдәле Абдулла хәҙрәт мәҙрәсәһе менән дан тотҡан Муллаҡай ауылынан Салауат Аҙнағолов, һынауҙарҙы яҡшы тапшырып, училищеға ҡабул ителә. Ул, ике йәшендә генә ата-әсәһенән үкһеҙ етем ҡалып (атаһы һуғышта үлә), өләсәһе һәм атаһының ҡустыһы ғаиләһендә үҫә.
Уҡыуҙар башланып китте. Салауаттың уяу, теремек, зирәк булыуы күҙгә күренеп тора. Йәмғиәт тормошонда ла әүҙем булды: саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа бер ҡалдырмай ҡатнаша, конькиҙа яҡшы йөрөй, оҫта һүрәт төшөрә, мандолинала уйнай, йырлай ҙа. Уҡыуҙа ла гел алдынғылар рәтендә булды.
1956 йылда, Темәс педучилищеһын ябып, уҡып бөтә алмай ҡалған дүрт төркөмдө Белорет педучилищеһына күсерҙеләр. Әлбиттә, атай төҫө күрмәй, аслы-туҡлы үҫкән һәм бер ярҙамһыҙ уҡыған балаларға, ул ваҡыттағыса әйткәндә, ер аяғы ер башына китеп уҡыу уйын эш түгел ине, ләкин тормош талабы шулай булды. Әммә беҙгә тормош икенсе яҡтан изгелек ҡояшы ҡалҡытты – беҙ ғәжәп һәйбәт етәкселәре булған яҡшы уҡытыусылар коллективына эләктек. Уҡытыусылар беҙҙе үҙ балалары, яҡын туғандары һымаҡ күреп уҡытты, бер кемдең дә беҙгә ҡарата кәмһетеп ҡарауына юл ҡуйманылар. Беҙҙең ярлылыҡты, ярҙамһыҙлыҡты күреп, физкультура дәрестәре өсөн алынған спорт формаларын егеттәргә кейеп йөрөргә таратып бирҙеләр. Уҡытыусылар ятаҡҡа сират буйынса килеп, беҙҙе күҙәттеләр, ятаҡта йәшәргә өйрәттеләр, әсәйҙәр менән һөйләшә алмаған мәсьәләләрҙе аңлаттылар. Бына шуға ла беҙ, ауыр матди шарттарҙа йәшәһәк тә (ҡайһы берәүҙәр ашау етмәгәндән иҫтән яҙып-яҙып китә торғайны), Белоретҡа күсерелеүебеҙгә шатлана торғайныҡ. Ҡалаға килгәс, русса телмәрҙе лә шымартып алдыҡ.
Уҡыуҙар һәйбәт барҙы. Егеттәр, ниндәй генә эш йөкмәтмәһендәр, емереп эшләне. Училищела дәрестәр сифатлы үткәрелә торғайны. Музыкаға өйрәтеү бик һәйбәт ҡуйылғайны. Байтаҡ егеттәр, шулай уҡ Салауат та, оркестрҙа уйнаны. Спорт көсәйеп китте. Егеттәр беҙгә аҙаҡ аптырап һөйләне: Белорет металлургия заводы эргәһендә Ағиҙел быуылып, киңлеге километр ярымдай ине, Салауат Аҙнағолов шуны йөҙөп сыҡҡан. Егеттәр саңғыла ла ал бирмәй йөрөнө. Йүгереү буйынса педучилище ҡалала гел беренсе йә икенсе урындарҙы ала торғайны.
Бына шулай тырышып-тырмашып уҡып, йүгереп йөрөп эшләп, барыбыҙ бергә, берәүҙе лә ҡалдырмай, 1958 йылда педучилищены тамамлап сыҡтыҡ. Барыбыҙҙы ла ауыл мәктәптәренә эшкә ебәрҙеләр. Уларҙа һуғыш аҙағынан тыуған балалар һаны аҙ, мәктәптәр ҙә ҡыҫҡартып бөтөлгән. Әммә беҙҙе, дипломлы белгестәрҙе, эшһеҙ ҡалдырманылар, ике айлыҡ ҡына урынға булһа ла ебәреп эшләттеләр.
Салауат Аҙнағолов Баймаҡ районының Ишмырҙа ете йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле уҡытырға йүнәлтелде. Ике айҙан һуң ул Совет Армияһы сафына алынды. Уны Белоруссияның Мозырь ҡалаһына ебәрҙеләр. Өс йыл намыҫлы хеҙмәт итеп, өлкән сержант дәрәжәһен алып ҡайта.
Уҡыу еңел бирелгәс, Салауаттың артабан да белем алғыһы килә. Ул Силәбе ҡалаһының политехник институтына приборҙар ҡороу факультетына инә.
Артабанғы йылдарҙа педучилищела бергә уҡыған һабаҡташтар бәйләнештәрен өҙмәй, бер-береһенә ҡунаҡҡа барырға ла форсат табалар, хатта Салауат менән Рәзинәнең туйына тубы менән гөрләшеп килеп төшәләр.
1966 йылда ҡулына диплом алғас, уны Мейәс электромеханика фәнни-етештереү берекмәһенең конструктор бүлегенә эшкә алалар. Бер аҙҙан Салауат Дәүләт ракета үҙәге хеҙмәткәре булып китә. Был үҙәк Рәсәйҙә иң ҙур фәнни-техник комплекс була. Бында төрлө оператив-техник ракеталар, йыһан, ракета транспорт системалары өсөн гироскопик приборҙар эшләнә. Бәләкәй габаритлы үтә юғары теүәллектәге приборҙар башҡа төрлө тәғәйенләнештәге ракета системалары өсөн дә ҡулланыла. Гироскопик приборҙар ракета, самолет, карап, һыу аҫты кәмәләрен, космос аппараттарын билдәләнгән урынға еткереү өсөн тәғәйенләнә. Салауат Халиҡ улы етәкселек иткән конструкторҙар төркөмө ракетаның тиҙлеген үлсәүсе приборҙарҙы проектлау өҫтөндә эшләй. Конструктор эше, әлбиттә, эшмәкәрҙән көсөргәнешле зиһен, теүәллек, тәжрибә һәм ижад талап итә.
Ауыл мәктәбендә уҡып, башланғыс кластар өсөн уҡытыусы булып әҙерләнеп, тәүәккәлләп техник вузға инеп, хайран ҡалмалы юғарылыҡҡа үрләп, Салауат һабаҡташыбыҙ беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Улар ике ул үҫтерҙе, хәҙер ейәндәрҙең хәстәре менән дә йәшәйҙәр.