Йәмғиәт
6 Августа 2019, 11:45

Уның урыны төрмәлә...

Якутияла физкультура уҡытыусыһы 13 йәшлек мәктәп уҡыусыһын көсләүҙә ғәйепләнә.

Якутияла физкультура уҡытыусыһы 13 йәшлек мәктәп уҡыусыһын көсләүҙә ғәйепләнә.


Уҡытыусы-ҡәбәхәт хәшәрәт эшен мәктәптең спорт залында, автомобилдә һәм шәхси йортонда ҡылған. Көсләүсене 29 эпизод ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр. Суд ҡарары менән әҙәм аҡтығын 20 йылға төрмәгә япҡандар.


Тәфтишселәр асыҡлауынса, Якутск ҡалаһына яҡын бер ҡалала 2017 йылдың декабренән 2018 йылдың майына ҡәҙәр физкультура уҡытыусыһы үҙенең сексуаль хәжәтен 13 йәшлек ҡыҙсыҡ менән ҡәнәғәтләндергән. Был турала ҡыҙҙың ата-әсәһе белеп ҡала, улар ҡыҙҙарының телефонында уҡытыусы менән яҙышҡанды күреп, полицияға хәбәр итәләр. Һөҙөмтәлә "хөрмәтле" уҡытыусыны тоталар һәм һаҡ аҫтына алалар. Аҙаҡ енәйәт эше ҡуҙғатҡандан һуң, ир кешене мәктәптән дә ҡыуалар. Әле мәктәп уҡыусыһы менән психологтар эшләй.


фото: teenxxxporn.pro
Читайте нас