Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 15:45

Ватанда атай эҙҙәре

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл үтһә лә, алыҫ йылдар шаңдауы булып, йөрәктәргә килеп ҡаҡлыға. Айырыуса атайҙарын юғалтҡан һуғыш осоро балалары өсөн ул – бер һыҙланыу. Әлегә тиклем яугир яҙмыштарына бәйле һорауҙар уларға тынғылыҡ биргәне юҡ. Һуғыш ҡырында ятып ҡалғандарҙың ҡатындары ғүмерҙәренең аҙағына тиклем ирҙәрен көттө, балалары ла көттө. Хәҙер инде сал сәсле ҡарттар улар. Хәбәрһеҙ юғалған атайҙарын эҙләүселәр байтаҡ. Ирек Сатаев – ана шуларҙың береһе.

“Балаларға ҡалдырыр мираҫым – документтар”


Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл үтһә лә, алыҫ йылдар шаңдауы булып, йөрәктәргә килеп ҡаҡлыға. Айырыуса атайҙарын юғалтҡан һуғыш осоро балалары өсөн ул – бер һыҙланыу. Әлегә тиклем яугир яҙмыштарына бәйле һорауҙар уларға тынғылыҡ биргәне юҡ. Һуғыш ҡырында ятып ҡалғандарҙың ҡатындары ғүмерҙәренең аҙағына тиклем ирҙәрен көттө, балалары ла көттө. Хәҙер инде сал сәсле ҡарттар улар. Хәбәрһеҙ юғалған атайҙарын эҙләүселәр байтаҡ. Ирек Сатаев – ана шуларҙың береһе.


Балаҡатай районынан Шәһит Сатаев һуғыш башланған тәүге көндәрҙә үк үҙ теләге менән фронтҡа китә. Архивта шәхси эшенән документтары һаҡлана. Уларҙың барыһын да өлкән улы Ирек юллап алған. Балаҡатай райкомының ултырышынан яҙылған протоколға күҙ һалайыҡ. Бына нимә тип яҙа Шәһит Насип улы: “Күп милләтле совет халҡы олоһонан алып кесеһенә тиклем бер һулышта ҡан эскес дошманға – Германия фашистарына ҡаршы көрәшкә күтә­релгәндә, Коммунистик партия (большевиктар) ағзаһының роле бөйөк һәм яуаплы. Минең кандидатлыҡ стажым май айында тулды, шуға ла ВКП(б)-ның тәүге ойошмаһына ВКП(б) ағзаһы итеп алыуығыҙҙы һорайым. Ленин-Сталин бөйөк партияһының маҡсаттарына өлгәшер өсөн үҙемдең көсөмдө, ҡанымды, кәрәк булһа, ғүмеремде йәлләмәйәсәкмен. 1941 йыл, 18 июль”.


Бына шулай үҙ теләге менән фронтҡа ынтыла илһөйәр Сатаев. Тик бер йыл да үтмәй, ғаиләһе 1942 йылдың апрелендә “Сатаев хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр ала. Ғаилә, бәлки, әсирлеккә эләккәндер ҙә, иҫән булып ҡайтып төшөр, тип ғүмере буйы көтә. Йылдар үтә. Шәһит Сатаевтың ҡатыны Нәзифә Түрәкәй ҡыҙы ла яҡты донъяны ҡалдырып китә.


Шулай ҙа өмөт уның балалары күңелендә йәшәй. Өлкән улы Ирек атаһының артабанғы яҙмышын асыҡлар өсөн ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Эҙләнә торғас, ҡулына ВКП(б) Үҙәк Комитетының “Большевик” тип аталған баҫмаһы килеп инә. Унда СССР Сит ил эштәре наркомы В. М. Молотовтың 1942 йылдың 27 апрелендәге: “немец-фашист илбаҫарҙарының баҫып алынған совет райондарындағы ҡот осҡос яуызлығы, йыртҡыслығы һәм талауы...” тигән Нотаһы баҫылған була. Нотала фин фашистарының ҡыҙыл­армеец Сатаевты язалауы тураһында телгә алына. Тик был һалдаттың исеме аталмаған. Бына шул яҙма менән танышҡандан һуң Ирек Шәһит улы тынғылығын юғалта – һүрәтләнгән фажиғәле хәл атаһы эҙһеҙ юғалған йылға, айына тура килә бит!


Ҡыҙылармеецтың шәхесен асыҡлар өсөн ҡайһы сығанаҡтар ярҙам итер, кем аныҡ яуап бирер? Бына шундай уйҙар менән Ирек ағай, атаһының яҙмышын асыҡлауҙа ярҙам һорап, иң тәүҙә Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына мөрәжәғәт итә.


Үкенескә ҡаршы, Үҙәк архивтан аныҡ хәбәр ала алмай. “Донесение хәбәр итеүенсә, һеҙ эҙләгән кешенең 1444-се уҡсылар полкы менән бәйләнеше 1942 йылдың 9 ғинуарында өҙөлә. Был полктың документтары һаҡланмаған. Әгәр ҙә әсиргә эләккән булһа, Рәсәй дәүләт хәрби архивына мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тип яуап бирәләр.


Әммә был учреждениеға мөрәжәғәт итеү ҙә бер ниндәй асыҡлыҡ килтермәй. Унда Сатаевтың шәхси архивы ла, иҫәп-хеҙмәт йәки хеҙмәт картотекаһы булмай сыға. Улар хатта ҡабаттан Үҙәк архивҡа яҙырға ҡушалар. Сатаевтың кемлеген асыҡлар өсөн, Рәсәй Дәүләт архивының немец-фашист баҫҡынсы­ларының яуызлығын тикшереү буйынса Дәүләт комиссияһына мөрәжәғәт итеү ярҙам итер, тиҙәр. Өмөт аҡланмай, Дәүләт комиссияһы үҙ сығанаҡтарында Шәһит Насип улының исемен тапмай. Ирек Сатаев бынан һуң да эҙләүҙе туҡтатмай.


Бына минең алдымда Ирек Шәһит улының төрлө архивтарҙан йыйған белешмәләре ята. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығынан килгән хат та бар улар араһында. Был хатта Тышҡы сәйәсәт архивы начальнигы А. Залееваның ҡултамғаһы тора. Архивтан алынған яуап буйынса, З. Сатаева тигән бер ханым 1942 йылда уҡ РККА Баш сәйәси идаралығы начальнигына мөрәжәғәт иткән булып сыға. Шул уҡ йылдың 18 сентябрендә уға: “Сатаевтың исем-шәрифе – Карп Григорьевич. Батальон комиссары Жаров”, тип яуап ебәрелде”, – тип әйтелгән була был документта.


Кем ул З. Сатаева? Ирек ағай был шәхесте асыҡлай алмай. Шуға ла әлеге хәбәргә ышанып бөтмәй. Ҡырҡ икенсе йылда уҡ шундай ҙур органға мөрәжәғәт иткән кеше булмаҫ, ти И. Сатаев. Икенсе яҡтан, документҡа ышанмау шулай уҡ мөмкин түгел... Ирек Сатаев ышанмай. Ни өсөн уның атаһы тураһында бер ерҙә лә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ һуң? Уның әсәһе Нәзифә апай ғүмер буйы иренең ҡайтырын өмөтләнеп көтә. Хатта байтаҡ йылдар үткәс, Иреккә, атайыңдың туғандары күп бит, бәлки, атайың фамилияһын алмаштырып, икенсе яҡта йәшәйҙер, тип тә әйтә. Ирек әсәһен яҡшы аңлай, өмөт йәшәй күңелдә, өмөт йәшәтә.


Рәсәй Дәүләт архивының Федераль ҡаҙна учреждениеһына яҙған хатына ла яуап ошолай: уларҙа Шәһит Насип улы тураһында документтар юҡ, хәрби ҡәберлектәр тураһында ла материалдар юҡ.


1909 йылда донъяға килгән Шәһит Насип улы 1925 йылдан, йәғни 16 йә­шенән үҙаллы тормош башлап ебәрә. Тыуған ауылында комсомол ойошмаһы секретары була, үҙ теләге менән унда избач аса һәм шунда эшләй, артабан Әшә ҡалаһына эшсе булып китә. Кире ҡайтып, Рәсмәкәй ауылында төҙөлгән “Ҡыҙыл яр” колхозының рәйес урын­баҫары булып эшләп ала, ул тыуған ауылында тәүге колхозды ойош­тороусыларҙың береһе. Был турала үҙе яҙған мәғлүмәттәр һаҡлана.


Утыҙ туғыҙынсы йылдан Балаҡатай районы Билән ауыл советының башҡар­ма комитеты рәйесе булып эшләй. Үҙ теләге менән Ватанын яҡларға киткән яугир ҡайҙалыр ҡыҙыу алыштар булған ерҙә ятып ҡала... Беҙ 9 Майҙы Бөйөк Еңеү көнө тип байрам итәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙары ҡылған яуызлыҡтар тураһында хәҙер һөйләп бармайбыҙ, ләкин фашизмдың кешелек өсөн ҡот осҡос һәләкәт икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине. “Большевик” журналындағы “фашистарҙың совет хәрби әсирҙәрен ҡырыу” тигән бүлеген уҡығанда сәс үрә торорлоҡ. Ошо нотаның бер урынына ғына күҙ һалайыҡ: “Карел фронтында Ҡыҙыл Армия һөжүм итеп алға барғанда фин фашистары язалап үлтергән тиҫтәләгән ҡыҙыл­армеецтың мәйетен тапты. Мәҫәлән, ҡыҙылармеец Сатаевтың күҙҙәрен соҡоп, телен өҙөп алғандар, иренен ҡырҡ­ҡандар. Ҡыҙылармеец Гребен­никовтың ҡолағын ҡырҡҡандар, күҙҙәрен соҡоғандар, күҙ соҡорона буш гильзалар тыҡҡандар. Ҡыҙылармеец Лазаренконы оҙаҡ язалағандан һуң, баш һөйәген ватып, эсенә шөкәрә тултырғандар, ә танауына патрондар тыҡҡандар, күкрәгенә утлы тимер менән ҡыҙыл йондоҙ уйғандар...”


Ирек ағай Санкт-Петербургта йәшәй. Тыуған яғы менән араны өҙмәй. Балаһы, ейәне тамырҙарҙы белһен өсөн тырыша ул. “Атайымдың ҡайҙа ятып ҡалғанын һаман асыҡлай алмайым, ләкин уны ғүмерем буйы эҙләнем. Ғүмерем буйы һағындым. Уны үҙ ҡуйынына алған урынды белмәһәм дә, Көнбайыш тарафтарға юл алғанда, һәр ерҙә мине атайым рухы ҡаршы алып торған төҫлө. Күп документтар йыйҙым, күп сығанаҡтарға мөрәжәғәт иттем, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә уның алдында бурысымды ла үтәгәнмендер, тим. Балаларым ошоно күрҙе. Минең уларға ҡалдырыр иң ҙур мираҫым да, бәлки, ошо документтарҙыр. Уларҙа минең эҙләнеүем-һыҙланыуым, көтөүем, инаныуым, атайыма булған мөхәббәтем ята бит...”
Читайте нас: