Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 15:15

Йөрәгендә ҡояш йөрөтөүсе табип

Ошо фажиғәләрҙән һуң да кеше булып ҡалырға, ярҙамға мохтаж сирле­ләрҙе дауаларға, ҡатмарлы операциялар яһарға ҡайҙан көс тапҡандыр Рим Мөхәррәм улы. Тәүәккәллек, ҡул сос­лоғо, күҙ үткерлеге, белемеңде әленән-әле камиллаштырып тороу, яңынан-яңы ысулдар уйлап табыу һәм үҙ­ләштереү, пациенттарҙы операциянан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫырға өйрәтеү – хирург эшендә барыһы ла мөһим.

“Улымдың аяҡҡа баҫасағына өмөт уятты”.


“Табипта ыласын күҙе, ҡыҙҙар ҡулы, йылан аҡылы һәм арыҫлан йөрәге булырға тейеш”, – тип яҙған Әбүғәлисина. “Башҡаларҙың бәхете менән бәхетле була алыу – бына ул ысын бәхет, үҙен медицина фәненә бағышлағандар өсөн – донъяуи идеал”, – тигән Н.И. Пирогов. Башҡаларҙың бәхете менән бәхетле була белеү... Был һүҙҙәргә күпме мәғәнә һалынған! Шул уҡ ваҡытта тик йөрәгендә ҡояш йөрөткән шәхестәргә генә хастыр был далан.


Ғаиләһендә барыһы ла түңәрәк


Көҙгө урманда төҫ ташламаҫ йәшел ҡарағайҙар, шыршылар, уҫаҡтар ялҡынланып, аҡ ҡайындар алтынға ҡойоноп, күҙ яуын алып торған мәлдә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында һуғыш ветераны Мөхәррәм Ғариф улы һәм Хәтимә Мәғәфүр ҡыҙы Ғариповтар ғаиләһендә Рим исемле малай яҡты донъяға килә.
Әллә сағыу бай уңышлы көҙ мәлендә тыуғанғамы, малайҙың яҙмышы ла, ғүмер юлы ла сағыу ҙа, уңышлы ла, һағышлы ла, тиһәм, яңылышмайымдыр. Малай малай инде, йәй көндәрендә Ҡыйғы һәм Ыҡ йылғаларында ярышып һыу инеүҙәр, балыҡ ҡармаҡлау, көс һынашыу... Атаһы йоғонтоһонда музыка менән ҡыҙыҡһыныу, баянда уйнарға өйрәнеү, спорт менән шөғөлләнеү. Һуңғыһы – иң кәрәклеһе, тип иҫәпләй егет, сөнки хәрби командир булырға хыяллана ул. Дүртенсе класта уҡығанда йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгә һәм Мортазин фамилиялы хирург уны аяҡҡа баҫтырғас, хыялы икенсерәк юҫыҡҡа борола, инде медицина менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Нисек итеп ике хыялды ла тормошҡа ашырырға? Һис һүҙһеҙ Хәрби-медицина академияһына инергә! Ғаиләлә туғыҙ бала, шулай ҙа Римде уҡырға ебәреү мөмкинлеген табалар – ул ике хыялын да тормошҡа ашырыу теләге менән Санкт-Петербург ҡалаһына Хәрби-медицина академия­һына килә, тик бер урынға 28 кеше дәғүә иткәнен белгәс, Гиппократтың: “Бар фәндәр араһында медицина ғилеме, һис шикһеҙ, иң шәфҡәтлеһе”, – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, Силәбе ҡалаһындағы медицина институтына юллана.
Дүртенсе курста уҡығанда уҡ операциялар яһарға өйрәнә башлай. Таһыл ҡулдар, бармаҡтар һиҙгерлеге, күҙҙәренең үткерлеге, аҡыл-фиғеленең камиллығы, хирургияла яңынан-яңы ысулдар табып, сирлеләрҙең хәлен яҡшыртыу теләге, тырышлығы уны бынамын тигән табип итә. Юғары белем алғас, тыуған яҡтарына – Ҡыйғы районына ҡайтып, 1976 йылдан 1986 йылға тиклем дауаханала хирург булараҡ яҡташтарын һауыҡтырыуға бик күп көс һала, ете йыл райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен етәкләй. Эшләү, әлбиттә, бик еңелдән булмай. Хужалыҡ эштәре лә, операциялар яһау ҙа, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә, медицина аппараттарын яңыртыу ҙа, иҫкергән дауахана бинаһы урынына яңыһын төҙөү ҙә – барыһы ла уның иңенә төшә. Баҙап, юғалып ҡалмай йәш белгес, районға ҡайтыуына үкенмәй ҙә, сөнки Федор Углов, Леонид Рошаль кеүек билдәле хирургтар ҙа хеҙмәт юлдарын район дауаханаларында башлаған бит.
Рим Мөхәррәм улы етәкселегендә яңы поликлиника бинаһы төҙөлә, заманса медицина ҡорамалдары менән байытыла, табиптар һаны 16-нан 36-ға еткерелә. Түбәнге Ҡыйғыла дарыу­хана үҙ эшен башлай, Кандаковка ауылында фельдшерлыҡ пункты асыла. Районда тәүге тапҡыр эндотрахеаль наркоз биреү үҙләштерелә, ҡайһы бер ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙа яңы ысулдар индерелә. Иң ҡиммәтлеһе, әлбиттә, кеше ғүмере. Һәләте ярҙамында һәм йөрәк ауазы ҡушыуы буйынса, уның оҫта ҡулдары тиҫтәләрсә яҡташтарының ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Ғаиләлә барыһы ла түңәрәк, һөйөклө ҡатыны рус теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Фәриҙә, улдары Владлен һәм Вадим – һәр саҡ терәк.
Рим Ғарипов 1986 йылда Өфө ҡалаһының 21-се ҡала дауаханаһына эшкә күсерелә һәм дөйөм хирургия бүлексәһенә етәкселек итеү йөкмәтелә, фән менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ошо йылдарҙа юғары категориялы табип-хирург исеме бирелә. 1992 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, яңы ғына төҙөлгән “Ашығыс медицина ярҙамы” дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары итеп эшкә күсерелә. Рим Мөхәррәм улы ҙур ойоштороу һәләте менән дә танылыу яулай, уның туранан-тура ҡатнаш­лығында 11 хирургия һәм реанимация бүлектәре асыла. Докторлыҡ диссер­тацияһын яҡлай. 2002 йылда Баш­ҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының баш табибы вазифаһына тәғәйенләнә. Уның етәк­селегендә клиника, Рәсәй конкурстарында еңеп, иң яҡшылар иҫәбендә тора. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн профессор Рим Ғарипов Башҡортостандың һәм Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған табибы исем­дәренә лайыҡ була.
Табип һөнәре – батырлыҡ ул


Заманса техника ярҙамында ҡорһаҡ ҡыуышлығы һәм күкрәк ситлеге ағзаларына ҡатмарлы операциялар яһай. Ғилми эшләнмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә медицина фәндәре докторы һәм тиҫтәләрсә кандидаттар әҙерләүсе лә, 18 монография һәм уҡыу әсбаптары, 300-ҙән ашыу ғилми баҫмалар авторы ла, 30-ҙан ашыу уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ тәҡдим­дәрен индереүсе лә ул.
Хирургтар ассоциацияһы идараһы һәм Халыҡ-ара хирург-гепатологтар ассоциацияһы ағзаһы Рим Ғарипов йәш коллегаларына үҙ белемен һәм тәж­рибәһен ҙур теләк менән тапшыра.
Ул республикабыҙҙа, табиптар ара­һында иң тәүгеләрҙән булып фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһына лайыҡ була.

Оло улдары Владлен, атаһының юлын һайлап, Красноусол ҡасабаһында пластик хирургия бүлексәһен аса, кесе улдары Вадим өләсәһенең һөнәрен үҙ итә һәм иҡтисадсы булып китә.
Көтмәгәндә ҙур фажиғә бар донъя­ның аҫтын-өҫкә килтерә, улы Владлен һәләк була. Һөйөклө ҡатыны Фәриҙә бала юғалтыу ҡайғыһын кисерә алмай, аяҡтан йығыла. Рим Мөхәррәм улына йөктөң иң ауыры төшә – эшен дә ташлай алмай, сөнки йөҙәрләгән пациент тилмереп, уның операция яһап һауыҡ­тырыуын көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәриҙә ауыр сирҙән ҡотола алмай, улы артынан баҡыйлыҡҡа күсә.
Ошо фажиғәләрҙән һуң да кеше булып ҡалырға, ярҙамға мохтаж сирле­ләрҙе дауаларға, ҡатмарлы операциялар яһарға ҡайҙан көс тапҡандыр Рим Мөхәррәм улы. Тәүәккәллек, ҡул сос­лоғо, күҙ үткерлеге, белемеңде әленән-әле камиллаштырып тороу, яңынан-яңы ысулдар уйлап табыу һәм үҙ­ләштереү, пациенттарҙы операциянан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫырға өйрәтеү – хирург эшендә барыһы ла мөһим.
Рим Мөхәррәм улы менән мине яҙмыш осраштырғанға сикһеҙ бәхет­лемен: ул баламды, ғәзиз улымды үлем тырнағынан ҡотҡарып ҡала алды. Сәғәттәр дауамында барған ауыр операциянан һуң улым бер нисә көн реанимация бүлегендә ятты. Хирург минең менән тыныс, етди һөйләшеп, улымдың аяҡҡа баҫасағына өмөт уятты, йәшәүгә яңы көс бирҙе.
Уның ифрат нурлы, шул уҡ ваҡытта һағыш сағылған күҙҙәре, тыныс яғымлы тауышы шәхескә ҡарата оло ышаныс тыуҙыра. Бөйөк А. П. Чеховтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Табип һөнәре – ул ба­тырлыҡ, ул үҙеңдән үҙең ваз кисеүҙе, уй-ниәттәр сафлығын һәм күңел таҙа­лығын талап итә”.
Рим Мөхәррәм улын бөгөн рес­публиканың һаулыҡ һаҡлау торошо борсой: был өлкәлә ҡабул ителгән закондарҙың үтәлмәүе, табиптарҙың эш хаҡы түбән кимәлдә булыуы, дауаханаларҙың ябылыуы – көн ҡаҙағында торған ҙур бурыстар. Радий Хәбировтың Ҡыйғы районында булып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәл менән ҡыҙыҡһыныуы, фельдшерлыҡ пункттарын асыуҙы планлаштырыуы уны ла шатландырҙы. Тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреренә ысын күңелдән ышана ул.
Үҙ һөнәренә тоғро хирург, медицина фән­дәре докторы, профессор, Башҡорт­ос­тандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Рим Мөхәррәм улы Ғариповҡа меңәрләгән пациенттары рәхмәтле. Уның ошо фиҙакәр хеҙмәте алдында мин дә теҙләнеп баш эйәм. Аллаһ Тәғәлә оло йөрәгендә ҡояш йөрөткән оло шәхескә оҙаҡ йылдар кеше һаулығын һаҡлау эшенән ваз кистермәһен ине. Улы Вадим һәм ейәнсәре Лиана, атай һәм олатайҙарын шатландырып, ғаиләләре менән имен-аман, бәхетле тормош кисерһен, тип теләйем. Башҡаларҙың бәхете менән бәхетле була алған, йөрәгендә ҡояш йөрөткән оло шәхескә оҙон ғүмер, көтөл­мәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар насип итһен.
Читайте нас: