Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 16:45

10 минуттай тын алмай...

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәмзил Шәрипов йылғала батып барған ҡатынды ҡотҡара.

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәмзил Шәрипов йылғала батып барған ҡатынды ҡотҡара.


Был хәл июль аҙағында Димдә була. Яр буйында "Бер ҡатын бата!" тигән тауышты ишетеү менән, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, Рәмзил һыуға һикерә. Ул батыусыны өҫкә һөйрәп сығара һәм, ағым алып китмәһен тип, һыу өҫтөндә тотоп тора. Был ваҡытҡа ҡатын иҫен юғалтҡан була. Үҫмергә ирҙәр ярҙамға килә һәм ҡатынды ярға сығарышалар, тәүге ярҙам күрһәтеп, табип саҡырталар. Ҡатын 10 минуттай тын алмаған була инде...


Рәмзилдең батырлығын билдәләп, район хакимиәте башлығы Д. Мостафин рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.


Фото: alshei.bashkortostan
Читайте нас: